Башҡорт дәүләт академия драма театры йөҙөнсө ижади миҙгелен аса

Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт академия драма театры йөҙөнсө ижади миҙгелен аса

Республиканың төп ижади коллективтарының береһе – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бөгөн йөҙөнсө ижади миҙгелен аса. Бер быуатлыҡ тарихы булған труппа тамашасыларын “Зөләйха күҙәрен аса” спектакле менән ҡыуандырасаҡ. Мәҙәни байрам алдынан сәхнә оҫталары Мәжит Ғафури, Арыҫлан Мөбәрәков һәм Мостай Кәрим һәйкәлдәренә сәскәләр ҙә һаласаҡ. Театр оҫталарын сентябрҙә Грозныйҙа, һуңынан Иркутскийҙа көтәләр.