Донъяла киң билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында капиталь ремонттан һуң сафҡа индерелгән мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ҡатнашты. Урындағы халыҡты ҡотлап, Асҡар Әмир улы йыр ҙа башҡарҙы. Уның көслө һәм моңло тауышы яңыртылған мәҙәниәт йортона ғына түгел, хатта ауылға ла яңғырап торҙо. Был үҙенсәлекле сараға беҙҙең ижади төркөм дә тамаша ҡылды. Исеме бар донъяға танылған опера йырсыһы, абруйлы шәхес Асҡар Абдразаҡовты Ҡунаҡбайҙар ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы алды. Был сара ауыл халҡы өсөн икеләтә шатлыҡлы: беренсенән, шундай мәртәбәле ҡунаҡтың килеүе, икенсенән мәҙәниәт йортоноң асылыуы. Советтар Союзы Геройы Александр Матросов — Шакирйән Мөхәмәтйәновтың тыуған ауылы булғанға күрә, Ҡунаҡбайҙың мәҙәни усағын асыу тантанаһы яҡташ-батырҙарының ҡаһарманлығын сәхнәләштереүҙән башланды. Артабан ауылдың үҙэшмәкәр йырсылары һәм ижади коллективтары яңы сәхнәне туйлап, сығыш яһаны. Тамашасылар араһында донъяла киң билдәле шәхестең, Санкт-Петербургтағы Мариин театры солисы булыуы, уның алдында сығыш яһауы урындағы артистарға яуаплылыҡ өҫтәне, әммә шул уҡ ваҡытта, ғорурлыҡ та уятты. Асҡар Абдразаҡов та, үҙ сиратында, Ҡунаҡбайҙарҙы бүләкһеҙ ҡалдырманы. Ҡурай моңона ҡушылып, башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Уның моңло һәм көслө тауышы яңартылған мәҙәниәт йортона ғына түгел, хатта ауылға ла яңғырап торҙо. Бындай үҙенсәлекле сығыштан таң ҡалған тамашасы аяҡ үрә баҫып, йырсыны алҡыштарға күмде. Концерттан тыш, баш ҡаланан килгән делегация мәҙәниәт йортоноң башҡа бүлмәләрен дә ҡарап сыҡты. Улар хәҙер иркен, яҡты, йылытылған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Капиталь ремонттан һуң, бында уйын бүлмәһе лә булдырылған. Репетициға, йә иһә концерт ҡарарға килгән ата-әсәләрҙең балалары ваҡыттарын үҙ аллы үткәрә аласаҡ. Мәҙәниәт йорто менән бер бинала китапхана урынлашҡан. Бында ла тулыһынса ремонт эшләнгән: пластик тәҙрәләр ҡуйылған, иҙән, түбә, стеналар һәм ишектәр яңартылған. Хәҙер уҡыусылар күҙгә күренеп артты, ти Айгөл Фәхритдинова. Әйтергә кәрәк, районда беренселәрҙән булып бында китапхана зоналарға бүленеп яһалған. Өлкәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Өҫтәүенә, китапхана эргәһендә “Ағинәйҙәр клубы” эшләп килә. Ҡунаҡбай ауылының мәҙәни үҙәге – “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проектында еңеп сыҡҡан. Бындағы барлыҡ төҙөкләндереү эштәре федераль субсидияға эшләнгән. Әйткәндәй, “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты Рәсәй буйынса өс йыл дауамында эшләп килә. Бүленгән аҡса күләме буйынса Башҡортостан өсөнсө урында тора. Проектта былтыр Учалылағы мәҙәниәт йорто ҡатнашһа, быйыл сират – Ҡунаҡбайҙарҙа. Төҙөкләндереү эштәре барғансы, рухи аҙыҡҡа һыуһаған Ҡунаҡбай ауылы кешеләре сәхнәне, концерттарҙы һағынып та өлгөргән. Халыҡ яңы көс-дәрт, күтәренке кәйеф менән дәррәү эшкә ҡушылды. Яңы һулыш алған мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел. 1968 йылда төҙөлгән бинала, ярты быуаттан һуң ниһәйәт, тәүге тапҡыр капиталь ремонт эшләнә. Яңартылған комплекс Ҡунаҡбай ауылы халҡының мәҙәниәткә, әҙәбиткә һәм спортҡа булған һөйөүен тағы ла арттырып ебәрәсәгенә өмөт ҙур.
Ҡунаҡбайҙа – ҙур ҡунаҡ
Тулыраҡ: Ҡунаҡбайҙа – ҙур ҡунаҡ