Халыҡ телендәге “Заманса регистратура” Өфөнөң бер-нисә поликлиникаһында, шул иҫәптән 13-сө дауаханала урынлашҡан. Уның эше менән Республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. “Аҡыллы ҡабул итеү бүлмәләре” майнасығы өс өлөшкә – йәшел, ҡыҙғылт-һары һәм ҡыҙылға бүленгән. Ҡыҙыл төҫтәге зонала, ауыр хәлдәге һәм операция талап ителгән кешеләр, ҡыҙғылт-һары өлөшөндә реанимация һәм ашығыс ярҙам кәрәк булған пациенттар, ә йәшел зонала атлай алған һәм ғүмерҙәренә хәүеф янамаған сирлеләр ҡабул ителә. Әле был проект 5 медицина учреждениеһында ғәмәлгә индерелгән. Ул пациенттарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалырға булышлыҡ итә. Сәләмәтлек сәғәте сиктәрендә Радий Хәбиров табиптар менән аралашты һәм бер төркөм белгестәргә сертификаттар тапшырҙы. Быйылдан онкология сирҙәрен асыҡлаған аҡ халатлыларға махсус премия бирелә. Төп шарт — яман шеште башланғыс стадияла асыҡлау. Бүләкләнеүселәр араһында Өфө, Архангель, Сибай табиптары бар.