“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Өфөлә генә 180 биләмәне төҙөкләндереү көтөлә. Был маҡсатҡа ҡаҙнанан миллиард ярым һум аҡса тотоноласаҡ. Биш йыл элек ағас-ҡыуаҡ баҫҡан, сүп-сар тулы йырын ярылған был биләмәлә бөгөн күләмле яңыртып ҡороу эштәре йәйелдерелгән. Затон биҫтәһе халҡының берҙән-бер ял урыны - “Тулҡын” скверына кешеләр ҙур өмөттәр бағлай. Биҫтәлә йәшәгән халыҡ һаны йылдан йыл арта, йәш ғаиләләр, балалар күбәйә. Воркаут үҙәге, балалар өсөн уйын майҙансығы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтер автоҡаласыҡ, йәйен баскетбол, ҡышын хоккей уйнар спорт майҙаны, сәхнә һәм тамаша ҡылыусыларға ултырғыстар – барыһы ла йәш һәм мауығыу төрөнөң һәр береһенә, һәм евростандарттарға тап килә. Тулҡын паркы өс өлөшкә бүленеп төҙөкләндерелә. 10 гектарға яҡын майҙандың тәбиғи сафлығы ла һаҡлана, яңы заманса ҡоролмалар ҙа төҙөлә. Халыҡ өсөн бар уңайлыҡтар иҫәпкә алынған. Әле паркты төҙөкләндереү проектының икенсе өлөшө бойомға ашырыла, йәйәүлеләр өсөн километр ярым оҙонлоғонда юл түшәлгән, урман һыҙаты тәртипкә килтерелгән, йырын таҙартылып, һыу тултырырға әҙерләнгән. “Тулҡын” паркының исемен аҡлаған тәбиғи һәм яһалма күлдәрҙе төҙөкләндереү реконструкция проектының һуңғы, өсөнсө өлөшөндә көтөлә. Эштәр хаҡы буйынса ул иң ҡиммәтлеһе, сөнки гидрогелогик тикшеренеүҙәрҙе күҙ уңында тота. Хәрби дан музейы тирәләй майҙанды төҙөкләндеү ҙә гидротехник эштәрҙән башланған. Уйһыу ерҙә урынлашҡан бинаны һыу баҫыу хәүефе бар. Еңеү паркы — Орджоникидзе районы ғына түгел, тотош Өфө халҡының яратҡан ял урыны. Бында ғибәҙәтхана, стадион, урман, йылға берләшкән. Электән тапалған һуҡмаҡтар хәҙер йәйәүлеләр менән велосипедта йөрөгәндәр уңайлығы өсөн бер-береһенән айырып, киңәйтеп һалына. Эштәрҙең барыһы ла тиерлек ҡала халҡының теләге һәм талабын иҫәпкә алып башҡарыла. Өфөләрҙең күптәнге хыялы парктан Ағиҙелгә төшөр яр буйындағы күтәрмәне тергеҙеү. Әле бында ағастар киҫелеп баҫҡыстар һалына. Йылғаға тиклем 500 метрҙан ашыу арауыҡта 300 баҫҡыс буласаҡ. Подряд ойошмаһы эштәрҙе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тамамларға йөкләмә алған. Өфөләге Черниковкала иһә кешеләр күнеккән парктарҙан тыш яңы ял майҙандарын да төҙөү ҡаралған. Беренсе май паркында “Ғашиктар аллеяһы”, ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендә танылған “Бейеүсе торналар” фонтаны урын аласаҡ.
Өфөлә милли проекттар буйынса 180 биләмә төҙөкләндерелә
Тулыраҡ: Өфөлә милли проекттар буйынса 180 биләмә төҙөкләндерелә