Эшҡыуарҙар өсөн берҙәм клиент офисы Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында асылды. Унда эшҡыуарҙарға белгестәрҙән маркетинг, мәғлүмәти, юридик ярҙам һ.б. мәсьәләләр буйынса белешмә алыу мөмкинлеге бар. Йүнселдәр өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса уҡытыу ҙа ойоштороласаҡ. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, бында ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙы бер урынға туплаған проект офисы ла эшләй. “Минең бизнес” үҙәгендә яңы эш башлаған йүнселдәр ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программаларын үтә, төрлө семинарҙарҙа, тренингтарҙа ҡатнаша ала. Радий Хәбиров аралашыу ваҡытында, район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәре бизнес менән бер тулҡында булырға, йүнселдәрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға тейешлеген билдәләне.