Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Тулыраҡ: Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

8 сентябрҙә республикала 818 һайлау кампанияһы үтәсәк. Республика башлығы вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә. Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Өфөнөң Октябрь районы һәм Нефтекама ҡалаһының алтынсы саҡырылыш, урындағы үҙидаралыҡ һайланған органдарына депутаттар һайланы. Башҡортостан башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн 3 миллион 54 мең 3 дана һайлау бюллетене баҫтырып сығарылған, шул иҫәптән рус телендә — 2 миллион 450 мең, бюллеьендәрҙең 13 проценты башҡорт телендә, шулай уҡ татар телендә 205 мең ярым дана. Ғөмүмән, берҙәм һайлау көнөнә үҙәк һайлау комиссияһы әҙер, тип белдерҙе матбуғат конференцияһында Илона Макаренко. Быйыл 28 мең кеше беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша, 100 йәштән үткән һайлаусылар иҫәбе 227, Беренсе тапҡыр Мәскәү ҡалаһында 30 участкала һайлау ойоштороласаҡ, уларҙы 181 кеше тауыш биреү теләген белдергән. Әгәр ҙә 8 сентябрҙә ниндәйҙер сәбәптән һайлауға барарыға мөмкинселек булмаһа, көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем һайлау участкаһына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин һәм комиссия ағзалары өйгә килеп бюллетенде тултырта аласаҡ.