112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән флешмобҡа беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Сараға етенсе сентябрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Музыка ҡоралдары урынына биҙерә, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм әлбиттә, көр, рухлы тауыш. Кескәйҙәрҙең дә был йыр һүҙҙәрен яттан белеүе айырыуса ҡыуандыра. Ҡадир Даян һүҙҙәренә, Заһир Исмәғилев яҙған “Шайморатов-генерал” йырын белмәгән кеше юҡтыр. Ил, ер, халҡы өсөн ҡан түккән батырыбыҙ исемен иҫкә алыу һәм киләсәк быуынға тапшырыу өсөн быйыл интернет селтәрҙәрендә ҙур флешмоб иғлан ителде. Уны халҡыбыҙҙың бөйөк улына дан йырлап меңдән ашыу кеше күтәреп алды. Республиканан ғына түгел, ә сит илдәрҙән дә был йырҙы башҡарыусылар бихисап ине. Кескәйҙәр, мәктәп уҡыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, билдәле артистар, республика ауыл һәм ҡала халҡы “Шайморатов-генерал” йырын башҡарғанын видеоға төшөрөп Шайморатов һәм ҡоролтай хэштэгы менән интернет киңлектәренә һалды. Ер шарын уратып алған йырҙы әле лә башҡарыусылар һаны күбәйгәндән-күбәйә. Флешмобҡа Башҡортостан дәүләт теле һәм радио компанияһы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡушылды. Социаль селтәрҙәрҙә күп кешенең һөйөүен яулап өлгөргән флешмоб етенсе сентябрьгә тиклем дауам итә. Был көндө Өфө амфитеатрында көндөҙгә сәғәт өстә “Шайморатов-генерал” йырын күмәкләп башҡарыу күҙаллана. Сараға өс меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә. Килгән халыҡ менән ҙур йондоҙ һыны эшләү маҡсатын да ҡуйған ойоштороусылар.
Шайморатов генералға дан йырлай халыҡ
Тулыраҡ: Шайморатов генералға дан йырлай халыҡ