Еңеүселәр тәрбиәләгән еңеүсе

Тулыраҡ: Еңеүселәр тәрбиәләгән еңеүсе

Уның тәрбиәләнеүселәре грек-рим көрәше буйынса донъя беренселектәрендә юғары наградалар яулай. Һүҙ халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәмил Сираев тураһында булыр. Халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәмил Сираев 30 йылға яҡын эшләү осоронда 3 тиҫтәгә яҡын Рәсәйҙең спорт мастерын әҙерләгән. Тәрбиәләнеүселәре араһында 20-нән ашыу Рәсәй беренселеге еңеүселәре һәм призерҙары бар. Рәмил Сираев Гастелло исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Йәш сағында үҙе лә халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша һәм Швецияла, Финляндияла уҙғарылғандарында еңеү яулай. 1990 йылда тренер булып хеҙмәт юлын башлай һәм әле лә ошо эшенә тоғро ҡала. 2002 йылда Санкт-Петербургтың физик культура буйынса дәүләт академияһын тамамлай. Иң дан ҡаҙанған тәрбиәләнеүселәренең береһе — Ислам Опиев. Ул грек-рим көрәше буйынса Рәсәй һәм Европа беренселеге, юниорҙар араһында донъя беренселеге еңеүсеһе, быйыл 24 йәшкәсә ир-егеттәр араһында Европа беренселегендә алтын миҙал яулай. Уның да ҡаҙаныштары Рәмил Сираевтың тырышлығы. Санкт-Петербург ҡалаһында, Өфөлә тренер, һуңынан Башҡортостандың грек-рим көрәше буйынса йыйылма командаһында баш тренер булып эшләй. Республикабыҙҙың Милли көрәш командаһына ярҙам итә. Халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры бай тәжрибә туплаған кеше.