Баш ҡала аэропортынан самолеттар бөгөн ваҡытында һауаға күтәрелә алманы

Тулыраҡ: Баш ҡала аэропортынан самолеттар бөгөн ваҡытында һауаға күтәрелә алманы

Ситтән килеүсе ете лайнер ҙа башҡа урындарға оҙатылған. Төп сәбәп – ҡуйы томан. Онлайн таблоға ҡарағанда, яҡынса ун йүнәлеш буйынса самолеттар осошо тотҡарлана. Бер-нисә самолет күрше ҡалаларҙағы запас аэродромдарға ебәрелгән. Юлға ваҡытында сыға алмаған пассажирҙар ял урындары, аш-һыу менән тәьмин ителгән.