Уңайлы мөхит

Тулыраҡ: Уңайлы мөхит

Республикала инвалидтар үтерөсөн уңайлы мөхит программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Был йүнәлештәге эш барышы һәм программаның үтәлешен тикшереү комиссияһы йомғаҡтары бөгөн координация советы ултырышында тикшерелде. Тормоштоң бар өлкәләрендә лә инвалидтар өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатына быйыл 417 миллион һум аҡса бүленә. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тәбиғи һәләттәрен ҡулланыу шарттарын уңайлаштырыу ғына түгел, йәмғиәттә психологик яҡтан уларға ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеү талап ителә. Рәсәй Президенты ҡарары менән инвалидтарға уңайлы мөхит программаһы яңы йүнәлеш ала. Әлегә тиклем кәңәш булараҡ тәҡдим ителгән саралар мәжбүри талаптарға әйләнә. Һөҙөмтәлә мәҙәниәт, спорт, мәғариф, социаль яҡлау һәм мәшғүллек, транспорт һәм юл хужалығы, һайлау ҡануниәте һәм башҡа өлкәләргә ҡағылышлы документтарҙа етди үҙгәрештәр көтөлә. Закондар сығарыу өлкәһендә беренсе тапҡыр абилитация төшөнсәһе индерелә.