Баш ҡала буйлап республиканың тағы ла бер баҫмаһы менән таныштырыусы троллейбус үтте. Был юлы троллейбусты үҙ итеүсе пассажирҙар Башҡортостандың мәҙәниәтен, сәнғәтен сағылдырыусы Рампа журналының һуңғы номеры менән танышасаҡ. Уларҙы Башҡорт дәүләт драма театрынан алып Мир фирмаһы туҡталышына тиклем баҫмалағы мәҡәләләрҙең геройҙары оҙатып бара. Туҡһанынсы йылдар башында донъя күргән баҫма мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәргә, артистарға һәм башҡа ижад кешеләренә яҡшы таныш. Ә баш ҡала халҡының уны уҡығаны бармы?Троллейбус ишектәре ябылыу менән пассажирҙар өсөн сәнғәт донъяһы асылды. . Акцияның шарты –пассажирҙар юл хаҡын түләмәй, йырҙар тыңлап, викторинала ҡатнашып юл ырата, баҫманың эстәлеге менән таныша.Газета-журналдарҙы алдырыусылар һаны кәмегән кеүек үк, троллейбуста йөрөүселәр ҙә һирәгәйә бара. Әммә был төр транспортҡа тоғро ҡалыусылар ҙа байтаҡ. “Әҙәби троллейбус” һәр туҡталыш һайын пассажирҙарын күңелле йырҙар һәм көйҙәр менән ҡаршы алды һәм уларға яҡшы кәйеф бүләк итте.Пассажирҙар араһында уҡырға яратыуҙарын йәшереүсе оялсан апайҙар ҙа булып сыҡты. “Әҙәби троллейбус” ты оҡшатып, журнал коллективын һәм артистарҙы ҡунаҡҡа саҡырыусылар ҙа табылды.“Әҙәби троллейбус” артабан юлын дауам итте. “Рампа” журналы коллективының эше был сәйәхәт менән генә тамамланмай. Алда ҙур эштәр көтә уларҙы: яңы геройҙар, мәҡәләр һәм яҙылыу кампанияһы.
Өфө урамдарында “Әҙәби троллейбус”
Тулыраҡ: Өфө урамдарында “Әҙәби троллейбус”