Рәсми аңлатма

Тулыраҡ: Рәсми аңлатма

Дим биҫтәһендәге өсөнсө дауахана табиптары журналистарға сирлеләрҙең үлем осраҡтарының сәбәптәре тураһында хәбәр итте. Улар шулай уҡ бала тыуҙырыу бүлегендә йәшерен урынлаштырылған камералар буйынса ла аңлатма бирҙе. Дауахананың баш табибы Фәнил Шәмиғолов белдереүенсә, йәмәғәт ғәйепләүенә килтергән ике үлем осрағы буйынса патология-анатомия һығымтаһы бар. Үлем сәбәптәре медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡ боҙоуы һөҙөмтәһе түгел. Мәрхүмдәрҙең туғандары был ҡарар менән килешмәһә бәхәсләшеү хоҡуғын файҙалана ала. Дауахана етәкселеге яуаплылыҡтан баш тартмай, тикшереү дауам итәсәк. Бала табыу бүлмәләрендәге йәшерен күҙәтеү алып барыуға ҡағылышлы хәлгә әле асыҡлыҡ индерелмәгән. Тәфтиш эше дауам итә.