Уның сиктәрендә халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса саралар үтәсәк. Дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 25 йыллығына арналған конкустар, ярыштар ойоштороласаҡ. Уҡыусыларҙы тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә, юл хәрәкәте һәм янғые хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә әйрәтәсәктәр. Башҡаланың Ленин районындағы мәктәптәрҙә янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнекмәләр үтә. Уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта үҙен нисек тоторға белергә тейеш. Күнекмәләр балаларға ҡотҡарыу ҡорамалдарын күрһәтеүҙән башланды. Уҡыусылар янғын һүндереүселәрҙең махсус костюмдарын да кейеп ҡарай алды. Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә ошондай ҡүнекмәләр үтәсәк. Уҡыусылар ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда баҙап ҡалмайынса, сараһын күрергә тейеш. Күнекмәләрҙең маҡсаты шул.
Өфөлә граждандар обронаһы айлығы башланды
Тулыраҡ: Өфөлә граждандар обронаһы айлығы башланды