Өфөнөң беренсе класс уҡыусылары теләгән һөнәрендә үҙен һынап ҡарай алды. Ҡашҡаҙан мәҙәниәт һәм ял паркында бер юлы табип, янғын һүндереүсе, кинолог, полиция хеҙмәткәре, рәссам, бейеүсе һәм башҡа бихисап һөнәр эйәләре йыйылды. Беренселәр кем булырға теләй? «Беренсе класс уҡыусылары аллеяһында» ун мең һигеҙ йөҙҙән ашыу баланың фотоһүрәте урын алған. Фотоларҙың янына һәр уҡыусының киләсәккә хыялдары ла яҙылған. “Балалар – беҙҙең киләсәк” тип исемләнгән байрам 6 йыл рәттән үткәрелә. Махсус әҙерләнгән майҙансыҡтарҙа һәр бала үҙен төрлө һөнәрҙә һынап ҡарай алды. Балалар фотоға төшөп кенә ҡалманы, белемен һынаны, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә нығытты. Балаларҙы иң нығы хоҡуҡ һаҡлау өлкәһе ҡыҙыҡһындыра. Уларҙың күпләп полиция хеҙмәткәрҙәре янында йыйылыуҙары ла юҡҡа түгел. Сөнки беренселәр һайлаған һөнәрҙәр исемлегендә тап ошо һөнәр тәүге урында тора. Унан ары табиптар һәм төҙөүселәр килә. Хатта ҡыҙҙар ҙа был ҡатмарлы һөнәрҙән ҡурҡмай мауығып ҡулдарына бырау, сүкеш алды. Тиҙ ярҙам машинаһында беренсе ярҙам күрһәтеү мөмкинлегенә кескәйҙәр айырыуса шат ине. Өлкәндәр табип, янғын һүндереүсе, кинолог, полицейский, рәссам һәм бейеүселәр нимә менән шөғөлләнә икәнлеген ентекле аңлатты. Бигерәк тә, кинологтарҙың эттәр менән күрһәткән тамашаһы кескәйҙәргә хуш килде. Бынан тыш төп сәхнәлә конкурстар, спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре, ижади коллективтарҙың сығыштары ла уҙҙы. Сағыу байрамдан балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә ҡәнәғәт. Балаларҙың янып торған күҙҙәренән һәм ошо мөхиткә сумып төрлө һөнәр эйәләре итеп хис иткәндәренә ҡарап, уларҙың теләктәре тормошҡа ашыр һәм ҡаланың киләсәге ышаныслы буласаҡ, тип әйтергә мөмкин. Ҙур маҡсатҡа юл бәләкәй аҙымдарҙан башлана.
Киләсәккә яҡты уйҙар менән
Тулыраҡ: Киләсәккә яҡты уйҙар менән