Ышаныслы еңеү

Тулыраҡ: Ышаныслы еңеү

Башҡортостан Башлығын һайлау һөҙөмтәләре эксперттар күҙаллаған һандарҙан артыҡ айырылмай. Алдан һорау алыуҙар ҙа Радий Хәбировтың башҡа кандидаттарҙан ҡарағанда байтаҡҡа күберәк тауыш йыя аласағын күрһәтте. Һөҙөмтә – 82.2 процент. Һайлау участкалары ябылыу менән Радий Хәбировты һайлауҙар барышын яҡтыртыу буйынса ижтимағи-сәйәси үҙәктә алҡыштар менән ҡаршылайҙар. Был ваҡытҡа әлегә Үҙәк һайлау комиссияһы тауыштар һынауҙы башламаған, әммә экзитпол – һорау алыуҙар һөҙөмтәһе Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ышансылы еңәсәген күрһәтә. Яҡынса 83 процент тауыш биреүселәр тап Хәбиров фамилияһы янына тамға ҡуйыуын белдергән. Радий Фәрит улы республика халҡы алдында һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ошо уҡ кистә Радий Хәбиров Башҡортостандағы сәйәси кампания һөҙөмтәләрен “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевҡа хәбәр итте. Республикала үткән 818 һайлау кампанияһында власть партияһы ышаныслы еңеү яулай. Фирҡә лидеры үҙ сиратында Радий Хәбировҡа уңыштар теләне. Республика башлығын һайлауҙан тыш, ике округта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар өсөн тауыш бирҙеләр, 53 районда ауыл советтары составы яңырҙы. Быйылғы кампанияла технологик йәһәттән байтаҡ яңылыҡтар булды. Гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәгәндәр төрлө ташламалар ҙа алып ҡыуанды. Әйткәндәй улар менән бөгөн дә файҙаланырға мөмкин. Халыҡтың был акция мөмкинлектәре менән әүҙем файҙаланырына күп кинотеатр, магазин, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүсе эшҡыуарҙар ҙа әҙер булманы. Мәҫәлән планетарийға оҙон сират теҙелгәйне. Сеансҡа эләгә алмағандар өсөн ул шаршамбыға тиклем оҙайтылған. Участка һәм территориаль һайлау комиссиялары дүшәмбе иртәһенә бюллетендәрҙе эшкәртелеп бөткәйне. Реаль һандар күҙаллауҙар аныҡ булыуын ғына дәлилләне. Радий Хәбиров абсолют күпселектең ышанысын яулай алған. Һайлау тамам, һөҙөмтәләр билдәле. 10 көндән Республика башлығы Конституция менән билдәләнгән хоҡуҡтарын үтәүгә ант бирәсәк. Республиканың яҡты киләсәге өсөн тырышасаҡмын тигән вәғәҙәләр һүҙ менән нығытылып эш менән раҫланырына ышаныс арта.