Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Вице-премьерҙар исемлегенә Андрей Назаров өҫтәлеүе хаҡында ла хәбәр итте төбәк етәксеһе. Оператив кәңәшмәне башлап республика етәксеһе йәкшәмбе көн үткән һайлауҙарҙың көнэлгәре һөҙөмтәләрен билдәләне һәм халыҡ бағлаған ышанысты аҡлау тәү бурыс, тип белдерҙе. Республика башлығы вазифаһын рәсми үтәй башлау көнө – инаугурация — 19 сентябрҙә көтөлә. Ошо уҡ көндө төбәктең 2024 йылға тиклем үҫеш йүнәлештәре раҫланасаҡ. Был етди документты Хөкүмәт аппараты әҙерләй. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” планының мөһим йүнәлешен бойомға ашырыу ауыл хужалығы тауарҙарын сит илгә һатыуҙы ла күҙ уңында тота. “Башҡортостанда аграр сәнәғәт продукцияһын сит илгә һатыу” төбәк проектына ярашлы 2024 йылға экспорт күләмен 230 миллион долларға еткереү ҡарала. Конкуренцияға ҡаршы торорлоҡ сәнәғәт продукцияһы экспорты күләмен иһә ошо уҡ арауыҡта 3 миллирад 300 миллион долларҙан арттырыу көтөлә. Стамбулда Башҡортостандың Төркиәләге вәкиллеген асыу мәсьәләһе киләһе ике-өс айҙа хәл ителәсәк. Республика етәксеһе башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен киңәйтер өсөн тура авиабәйләнештәрҙе үҫтереү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала быйыл яҙ старт алған “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә. Премьер-министр урынбаҫары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляев ағас-ҡыуаҡтар ултыртыуға арналған берҙәм көндө төбәк кимәлендә 5 октябрҙә ойошторорға тәҡдим итте. Муниципалитеттар был өмәләрҙе үткәреү көнөн үҙаллы билдәләй, Өфө халҡы “Йәшел Башҡортостан” акцияһына 20 сентябрҙә тотона. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла көҙгө мөһим бурыс булараҡ гриптан вакцинациялау акцияһын иғлан итте. Ул 4 сентябрҙән 15 ноябргә тиклем бара. Был осорҙа предприятие-ойошмаларҙа киҙеүгә ҡаршы прививкалар яһала. Медицина хеҙмәтләндереүен камиллаштырыу, дауаханаларҙы табиптар менән тәьмин итеү барышы Сәләмәтлек сәғәтенең кесаҙна кәңәшмәһендә тикшереләсәк. Әлегә иһә тәү сиратта Башҡортостандың үҫеш программаһын төҙөү һәм раҫлау бурысы тора. Радий Хәбиров был документтың йәш һәм хеҙмәт төрөнә ҡарамаҫтан һәр кем өсөн аңлайышлы телдә яҙылыуын талап итте.
Хөкүмәт составында артыҡ үҙгәреш булмаясаҡ
Тулыраҡ: Хөкүмәт составында артыҡ үҙгәреш булмаясаҡ