Торатау биләмәһе Рәсәйҙә иң уникаль геопаркы буласаҡ

Тулыраҡ: Торатау биләмәһе Рәсәйҙә иң уникаль геопаркы буласаҡ

Был турала Радий Хәбиров тематик кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, геопаркка инвесторҙар йәлеп итеү өсөн инфраструктура булдырыу зарур. Проекттың концепцияһын Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре Сергей Капков тәҡдим итте. Ул биләмәне үҫтереү буйынса эшсе төркөмдө етәкләй. Геопарк составына билдәле тәбиғәт һәйкәлдәре, геологик, биологик, тарихи әһәмиәткә эйә бихисап урындар индерелгән. Шул иҫәптән Торатау, Йөрәктау, Усолка геологик киҫелеше, “Красноусольск” шифаханаһы һәм “Еҙем” тәбиғәт паркы. Буласаҡ геопарктың майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу. Уның проектын сентябрь аҙағында Испанияла үтәсәк Европа геопарктарының 15-се конференцияһында тәҡдим итәсәктәр.