Шаҡша биҫтәһендә ошо көндәрҙә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды. Изге йорт ике ҡатлы буласаҡ. Бинала ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым ғибәҙәт ҡылыу урындары булдырыла. Проект буйынса мәсет бер юлы өс йөҙләгән кешене ҡабул итә аласак. Төҙөлөш эше башланған урында элек 7-8 метрлыҡ соҡор булған. Дүрт йыл самаһы ерҙе күтәрергә тура килә. Изге йорттоң исеме әлегә билдәһеҙ. Мәсет әҙер булғас, халыҡ уны үҙе һайлаясаҡ.
Өфөнөң төнъяғында яңы мәсет төҙөлә
Тулыраҡ: Өфөнөң төнъяғында яңы мәсет төҙөлә