Был аҙнала Ленин исемендәге майҙанда “Табындағы бал – ғаиләнең сәләмәтлеге” тип аталған фестиваль үтә. Бында төрлө райондарҙан умартасылар үҙ продукцияһын ҡуясаҡ. Халыҡҡа йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы, шулай уҡ солоҡ балы тәҡдим ителә. Бынан тыш, прополис, инә ҡорт һөтө, һитә һәм башҡа төр тауар һатыла. Татлы ризыҡтың сифатын тикшерергә мөмкин буласаҡ. Бында күсмә лаборатория эшләйәсәк. Бынан тыш, концерт, балалар өсөн уйындар һәм төрлө конкурсттар ойошторола. Ҡышҡылыҡҡа бал алып ҡалырға теләгәндәрҙе 14-се сентябрҙә Ленин исемендәге майҙанда көтәләр.