3 кеше йәрәхәттәр алған. Улар дауаханаға һалынған.Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Тойота автомобиле ҡаршы яҡ юлға сығып Мицубиси менән бәрелешә. Фажиғәлә Тойота водителе-Нефтекаманан 63 йәшлек ир һәләк булған.
Бөгөн Өфө-аэропорт юлындағы аварияла ла 3 кеше йәрәхәттәр алды. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, Деу Нексия водителе бер юлдан икенсеһенә күскәндә ауыр йөк машинаһын күрмәй ҡала. Йәрәхәтләнеүселәрҙең барыһына ла машинанан сығырға шаһиттар ярҙам иткән.