Башҡортостан Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Тулыраҡ: Башҡортостан Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Өфөгә эш сәфәре менән Цзянсинь провинцияһының халыҡ вәкилдәре йыйылышы делегацияһы килде. Сит ил ҡунаҡтары Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай етәкселеге менән осрашты. Унда төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлекте нығытыу, Башҡортостан һәм Цзянсинь провинцияһы парламенттары араһында килешеү төҙөү тураһында һүҙ барҙы. Ҡытай вәкилдәре, үҙ сиратында, бергә төрлө саралар ойошторорға һәм закон проекттары өҫтөндә бергәләп эшләргә тәҡдим итте.Бөгөн Ҡытай делегацияһы баш ҡаланың иҫтәлекле урындары, мәҙәни мираҫы менән таныша, Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре менән осраша.