Олоһон да, кесеһен дә дарыуҙар менән тәъмин итеү – ошо мәсъәлә буйынса пациенттар йәмәғәт ойошмалары Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин менән осрашты. Ҡатмарлы һәм һирәк осраған сирҙәр менән яфаланған пациенттарҙы тотҡарлыҡһыҙ дарыуҙар, медицина ҡорамалдары менән тәъмин итеү, шулай уҡ Башҡортостан шифаханаларына квота арттырыу, белгестәрҙең белемен күтәреү, диабеттар мәктәбе, улар өсөн помпалар, махсус энәләр, һирәк осраған сирлеләр өсөн үҙәк асыу, шулай уҡ онкосирлеләргә медицина ярҙамын күрһәтеү кеүек мөһим һорауҙар күтәрелде. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм ошондай осрашыуҙар килеп сыҡҡан мәсъәләрҙе ваҡытында башҡарырға ярҙам итә.