“Ауыл табибы” программаһы буйынса Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләп йөрөгән 13 табип бер миллион һумлыҡ сертификат алды. Әйткәндәй быйылдан дәүләт субсидияһына тар йүнәлешле белгестәр ҙә дәғүә итә. Ике ҡатлы йортто төҙөп бөтөргә бер-нисә ай ғына ҡалды, тип ҡыуана Ринат Рафиҡов. Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлаған егет былтыр банкттарҙан кредит алып, хыялын тормошҡа ашырырға аҙымдар яһай. Төҙөлөш эштәрен тиҙләтергә тап “Ауыл табибы” программаһы ярҙам итте, ти ул. Шишмә үҙәк район дауаханаһына егет 5йыл элек психиатр булып эшкә ҡайта. Етәкселек йәш табиптарға ярҙам маҡсатынан республика программаһына ғариза тапшыра. 13 табипҡа берәр миллион һумлыҡ сертификат алыу бәхете тейә. “Ауыл табибы” программаһы Башҡортостанда 2012-се йылдан ғәмәлгә ашырыла башланы. Ауылдарҙағы медицина ойошмаларын юғары белемле табиптар менән тәьмин итеү һәм кадрҙар мөмкинлеген нығытыу -уның төп маҡсаты. Элек программа 35 йәшкә тиклемге табип һәм фельдшерҙарға ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота ине, унан һуң йәш сикләүе 45-йәшкә тиклем арттырылды. Шишмә үҙәк район дауаханаһында төрлө райондан килгән табиптар эшләй. Башҡорт дәүләт медицина университетында эндоскопист һөнәрен үҙләштергән Гөлназ Шуварова Благовар районынан килгән. Матди ярҙамды республика һәм район дауаханаларында эш башлаған анестизиолог,реаниматолог, офтальмолог, терапевт, педиатр һәм гинекологтар ҙа алды. Республикала был программаның эшләп килеүе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына белгестәр йәлеп итеүгә ыңғай үҙгәрештәр индерә. Әйткәндәй, табиптар бюджеттан матди ярҙам алыр өсөн дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы. Шишмә үҙәк район дауаханаһы программаға инер өсөн үткән йылдарҙа ла ғариза ебәреп ҡараған. Әммә бирелгән сертификаттарҙың аҡсаһын алыу ниндәйҙер сәбәп менән тотҡарланып торған. “Ауыл табибы” программаһының мөмкинлектәре быйылдан тағы ла киңәйтелде. Республика һәм район дауаханаларында эш башлаған табиптар ғына түгел, ә тар йүнәлешле белгестәр ҙә файҙалана ала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә быйыл сентябрь айында 99 табип һәм ун фельдшерға аҡса бүленә. Төбәктә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү менән бер рәттән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү һәм поликлиника-дауаханаларҙы төҙөкләндереү эше киң йәйелдерелгән. Бөтә үҙгәрештәр халыҡ сәләмәтлегендә ыңғай сағылыр тигән ышаныс нығына
“Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәре
Тулыраҡ: “Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәре