6 йылға иҫәпләнгән программа сиктәрендә төбәктә барлығы өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырыла. Әле Өфөнөң Киров районында эштәрҙең һуңғы этабы бара. Өфөнөң Менделеев урамында төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында. Ихата эсенә асфальт һалынған, бордюрҙар ҡуйылған, автомобилдәр өсөн урындар йыһазландырылған. Заман талаптарына яуап биргән балалар майҙансығы ла әҙер тиерлек. 2019 йылда ҡаланың Киров районында 169 миллион ярымға барлығы 36 күп фатирлы йорт яны, йәғни 19 ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған. Программа Башҡортостанда урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Конкурс талаптарына ярашлы, аҡсаның 94 проценты — республика, 5 проценты муниципаль берәмек бюджетынан бүленһә, 1 процентын– халыҡ үҙе йыя. Программала ҡатнашыр өсөн торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта был хаҡта килешеп, ғаризаны муниципалитетҡа ебәрергә тейеш. Ҡабул ителгән ғаризаларҙы йәмәғәт-административ комиссияһы ҡарай. Башҡарылған эштәргә гарантия – өс йыл. Ошо ваҡыт эсендә килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе подрядсы ойошмалар үҙ иҫәбенә төҙәтергә бурыслы. Проблемалар килеп тыуған осраҡта, йорттарҙа йәшәүселәр район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йыл башынан күп фатирлы йорттар биләмәһен комплекслы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотҡан «Башҡорт ихатаһы» республика программаһы старт алды. Ул 2019 — 2024 йылдарға тәғәйенләнгән. Быйыл төбәктә 480 ихата төҙөкләндереләсәк. Ә инде 2024 йылға тиклем өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырыла.
Республикала Башҡорт ихаталары программаһының беренсе этабы тамамлана
Тулыраҡ: Республикала Башҡорт ихаталары программаһының беренсе этабы тамамлана