Партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев белдереүенсә, Башҡортостан һайлаусылары Берҙәм Рәсәй кандидаттарына иң күп тауыш биргән, был һан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән күпкә юғары. “Һаулыҡ һуҡмағы” проекты артабан үҫтерелә, “Әкиәт урманы” төҙөлә һәм “Торос” тергеҙелеп республика футболына ҡайтасаҡ. Нефтекама һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайланған Рөстәм Әхмәҙинуров иртәгәнән ҡалала үҙ вазифаларына тотонасағын белдерҙе. Тәү яңылыҡ – ҡалала Берҙәм Рәсәйҙең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асыла. Һайлау һөҙөмтәләренә арналған матбуғат конференцияһында фирҡәнең Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Нефтекамала балалар поликлиникаһын яңыртып ҡороу, аэропортты тергеҙеү кеүек мөһим бурыстар бойомға ашырыласаҡ, тип белдерҙе.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары һайлауҙа лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ еңеүгә өлгәште
Тулыраҡ: “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары һайлауҙа лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ еңеүгә өлгәште