Яңы уҡыу йылынан республиканың 36 районында өҫтәлмә белем биреү буйынса өр-яңы пилот проекты эш башлаясаҡ. 5 йәштән 18 йәшкәсә булған һәр балаға муниципаль бюджеттан 8 мең 800 һум бүленә. Әле иҫәп сертификаттарын биреү башланған. Алты йәшен саҡ тултырған Камалияның бүлмәһен тиҫтәләгән миҙал, маҡтау граммоталары биҙәй. Спорт гимнастикаһы менән өс йыл ғына шөғөлләнһә лә ҡыҙ бихисап үрҙәр яулап өлгөргән. Бәләкәй генә Камалия киләсәккә ҙур хыялдары ла бар. Ғаиләләрендә ике ҡыҙ бала тәрбиәләгән һәм икеһен дә профессиональ спортҡа ылыҡтырған Регина менән Илнур, был шөғөлдөң сабыйҙарҙан ғына түгел, ә ата-әсәнән дә яуаплылыҡ, түҙемлек һәм ныҡышмаллыҡ талап иткәнен яҡшы аңлай. Быйылдан балаларҙы түңәрәктәргә яҙылдырыу ҙа электрон рәүештә “Навигатор РБ” аша бара. Был сайтта теркәлгән балаларға сертификат бирелә. Ул иһә тейешле түңәрәккә йүнәлтеләсәк, бындай ысул бер яҡтан ата-әсәләргә матди яҡтан ярҙам булһа, икенсе яҡтан – ниндәй өҫтәлмә белем биреү предметтарына ихтыяж күберәк икәнен күрергә мөмкинлек бирәсәк, ти белгестәр. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер балалар бер нисә түңәрәккә яҙылып, береһенә лә йөрөмәгән осраҡтар бар. Бындай хәл булырға тейеш түгел. Түңәрәктәр ата-әсәләр һәм балалар теләге буйынса ойошторолоп, тулы ҡеүәтенә эшләргә бурыслы, ти Роберт Рәшит улы. Бөтә Рәсәй буйынса ҡайһы төбәктә-районда ниндәй өҫтәмә белем биреү түңәрәктәре ойошторолғанын ата-әсәләр белә алһын өсөн “Навигатор.ru” сайты эшләй башланы. Киләсәктә балаларыбыҙ белемлерәк, уларҙың шөғөлдәре күберәк булһын өсөн хөкүмәт биргән мөмкинселектәрҙе тулыһынса файҙаланыу, түңәрәктәргә йөрөтөү фарыз, ти педагогтар. Әле 50 меңдән ашыу бала новигаторҙа теркәлгән, уникаль номерҙыуларҙың 20 меңе алып өлгөргән. Шулай уҡ 8мең 800 һум тәшкил иткән сертификатты ҡулаҡсаға әйләндереү мөмкин түгеллеген дә билдәләп үтә белгестәр.