Башҡортостостанда һөтөн киптереү ысулын уйлап тапҡандар

Тулыраҡ: Башҡортостостанда һөтөн киптереү ысулын уйлап тапҡандар

Башҡортостостанда балаларҙы туҡландырыу, косметология һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы алымдар өйрәнелә. Аграр университет ғалимдары, нефть эшкәртеү сәнәғәте вәкилдәре менән берлектә бейә һөтөн киптереү ысулын уйлап тапҡан. Бейә һөтөн киптереү технологияһы Башҡортостанда быға тиклем һынау уҙғайны инде. Республика шифаханаларының береһендә сафҡа тапшырылған линия ҡыш көнө лә ҡымыҙ әҙерләү мөмкинлеген бирә. Аграр Универсиет ғалимдары тәҡдим иткән проект иһә һөттө киптергән саҡта, уның шифалығын тулыһынса һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә. Ҡымыҙсылыҡ Башҡортостанда хәҙер ғилми кимәлдә өйрәнелә. Аграр Университетта ошо юҫыҡтан айырым лекциялар курсы бар. Тимәк, бейә һөтөн киптереү кеүек өлкәгә йәштәрҙе ылыҡтырыуға ышаныс арта. Бейәнең киптерелгән һөтөнән төрлө ризыҡтар әҙерләү кеүек тәжрибәне тәү башлап беҙҙең республикала өйрәнәләр. Ошондай ысул тик Германия һәм Австрияла ғына үҙләштерелгән. Хәҙер Ҡаҙағыстан да бейә һөтөн киптереү ҡоролмаларын йыя. Яҡын киләсәктә Башҡортостан ҡымыҙсылары киптерелгән онтаҡтан ҡыш дауамында шифалы эсемлек етештерер тигән ышаныс бар. Бейә һөтөн киптереүгә бәйле грантты сәнәғәт кимәленә сығарыу өсөн кәм тигәндә лә ике йыл ваҡыт кәрәк буласаҡ. Башҡортостандың ҡымыҙ етештереү буйынса илдә беренсе урында килеүен иҫәпкә алғанда, ғалимдар тәҡдиме көнүҙәк булып ҡала.

Донъяла иң шифалы эсемелектәрҙең береһе тип бейә һәм ишәк һөттәре һанала. Тик уларҙың файҙалы яҡтарын нисек һаҡларға һуң… Башҡортостан ғалимдарының был проекты киләсәктә үҙен тулыһынса аҡларға тейеш.