Башҡортостан башлығы ихаталары

Тулыраҡ: Башҡортостан башлығы ихаталары

Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе. Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе. Ташландыҡ газондар, тәртипһеҙ торған машиналар, файҙаһыҙ майҙандар урынына хәҙер хәтфә үлән, тигеҙ һуҡмаҡтар, сағыу майҙансыҡтар. Башҡаланың Иван Яҡутов менән Ленин урамдары киҫелешендәге дүрт йортҡа бер ихатаны төҙөкләндереү быйыл июнь аҙағында башланған. Йорттарҙың йөҙлөгө матурланған, балалар өсөн уйын, мауығыусандар өсөн ике спорт майҙансығы төҙөлә, авто хужалары өсөн 100 машина ҡуйыу урыны булдырылған. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 15 миллион һумға яҡын. Юлдарға асфальт түшәү, яҡтылыҡ бағаналары ултыртыу, видеокүҙәтеү камераларын урынлаштырып “Хәүефһеҙ ҡала” селтәренә тоташтырыу, сүп-сар һауыттары, ял эскәмйәләре ҡуйыу – барыһы ла ошо йорттарҙа йәшәгән халыҡ теләге буйынса башҡарыла. Подъездар ремонтлау планына ярашлы быйыл Совет районында ғына 70 йорттоң 201 подъезында төҙөкләндереү эштәре ойошторолған. Октябрь проспектындағы 60 йыл элек төҙөогән 24-сы йорт дөйөм ятаҡ дәрәжәһендә. Уның өс подъезын төҙөкләндерер өсөн 960 мең ярымға яҡын аҡса бүленгән. Бында йәшәгән кешеләрҙе бөхтәлектән тыш коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тәртибе ҡәнәғәтләндермәй. Әммә ятаҡта йәшәгәндәрҙән хаҡ алыу ҡағиҙәһе федераль законда раҫланған. Был йорттар биләмәһен төҙөкләндереү иһә Башҡортостан ихаталары программаһына киләһе йылда индерелер, тип көтөлә. Быйыл Өфөлә 145 күп ҡатлы йорт тирәләй 85 ихата тәртипкә килтереләсәк. Сипайлово биҫтәһендәге Гагарин урамындағы 50-се кәсер ике йорто эргәһендәге өс ошондай уҡ бина биләмәһен дә күркәм ихата берләштерәсәк. Бында шулай уҡ балалар уйын майҙансығы һәм ял урындары төҙөлә. Өфө хакимиәте башлығы республика етәксеһенән программаны финанслауҙы арттырыуҙы үтенде. Башҡалала әле 500 заявка ҡабул ителгән. Радий Хәбиров киләһе йылға бюджет ҡабул иткәндә был мәсьәләнең иҫәпкә алынасағын белдерҙе. Ә бына 130-сы мәктәпкә алып барған юлда йәмле сквер яһарға тәҡдим итте. Радий Хәбиров тәҡдиме менән киләһе йылдан һәр ҡала районда “Башҡортостан башлығы ихаталары” ла барлыҡҡа киләсәк. Ошоға оҡшаш программаларҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ҡулланыу тәжрибәһе бар. Махсус атамалы биләмәне муниципалитет халҡы үҙе билдәләй. Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәренә йомғаҡ яһап ихаталар һәм подъездарҙы төҙөкләндереү барышын ыңғай баһаланы. Көнэлгәре ҡуйылған көнгә тамамлау төп маҡсат түгел, ә эштәрҙе эҙмә-эҙлекле һәм сифтатлы башҡарыу мөһим шарт, тине республика етәксеһе.