Шишмәләргә бай район

Тулыраҡ: Шишмәләргә бай район

“Алтын бишек” акцияһында ҡатнашыусы ауылдың иһә үҙендә генә 6 сығанаҡ сылтырап аға. Ауылды ҡайһы берҙәр Шүлгән тип тә атай, әммә тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса ауылдың атамаһы – Шулған. Башҡортостандың төнъяҡ өлөшөндә урынлашҡан Тәтешле районының иң ҙур ауылы – Шулған халҡы, уларҙың көнкүреше, һәләтле шәхестәре, ауылды уратып алған тәбиғәте менән беҙҙең ижади төркөм яҡындан танышты. Хәбәрсе. Тыуған яҡ, тыуған ил – һәр кем өсөн иң яҡын төшөнсә, һәр кем өсөн үҙ тыуған яғы иң ҡәҙерлеһе һәм алтынға бәрәбәр. “Алтын бишек” акцияһының киләһе ҡатнашыусылары төнъяҡ-көнбайыш районында йәшәүсе уҙамандар – Тәтешле районының Шулған ауылы халҡы. Ауылдың барлыҡҡа килеүе 18-се быуаттар аҙағына барып тоташа. Ул ваҡытта 22 ихатала 86 аҫаба башҡорт йәшәгән, тип билдәләнә. Хәҙер иһә Шулған Тәтешле районының иң ҙур ауылдарының береһе, бында 1 меңдән ашыу кеше татыу һәм дуҫ йәшәй. Ауылдың бер яғында Тәкмән, икенсе яғында Кәбән тауы, тирә-яғында урман, баҫыуҙарҙа иһә ҡыҙыу ураҡ эше бара, эргәлә генә Гәрәй йылғаһы аға... Урман-Гәрәй ырыуына ҡараған Шулған ауылы тарихҡа бай. Борон-борондан улар малсылыҡ, аусылыҡ, ҡортсолоҡ, ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. Шулған мәктәбе уҡытыусыһы Наил Нәҡип улы тыуған ауылына ғүмере буйы тоғро һәм ауылының һәр бер урынын ҡәҙерләп һөйләй. Беҙҙе лә ул иң тәүҙә Тәкмән тауына алып менде. тап ошо ерҙән ауыл ҡул усында кеүек күренә. Шулған тирә -яҡта шишмәләре менән дан тотҡан ауыл. Шулған яҡтарында 100-гә яҡын шишмә иҫәпләнә, ә ауылдың үҙендә генә 6 сығанаҡ, һәр береһенең үҙ атамаһы, үҙ тарихы. Ауылға яңы төшкән килендәр ҙә хәҙер нисәмә быуат ошо шишмәләрҙән һыу ала. Татлы ла, шифалы ла шишмә һыуы, тип маҡтана ауыл халҡы. Тәбиғәт байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү йәһәтенән йыл һайын ауыл халҡы Шишмә байрамын ойоштора. Ауылдың тағы ла бер ҡаҙанышы, ғорурлығы – ул балалар оркестры. Мәктәп балалары 6 төрлө музыка ҡоралында оҫта уйнай. Етәкселәре Рәвиз Суфьяров ошо ауыл уҙаманы, 30 йыл мәктәп балаларын тынлы музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтә.Өлгөлө балалар тынлы оркестры Һәр байрам сараларының бәҫен күтәрә, милли музыкаларҙы башҡарып ғорурлыҡ тойғоһон уята. Әле оркестрҙа 18 бала шөғөлләнә. Ҡасандыр тик егеттәрҙән генә торған түңәрәккә хәҙер иһә ҡыҙҙар ҙа ҙур теләк белдереп йөрөй. Шулған ауылы балалары йәй көнө лә мәшғүл, ауылдың мобиль китапханаһы йәш быуынды ылыҡтырыу йәһәтенән төрлө саралар ойоштороп тора.Шулған ауылында 172 бала уҡый. Әле мәктәптә яңы уҡыу йылына әҙерлек бара, мәктәптең тәҙрәләрен алмаштыралар һәм башҡа төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Ошо уҡ мәктәптә социаль приютта йәшәгән балалар ҙа уҡый. Тәтешле районының берҙән- бер приютына балаларҙы эргә- тирәләге райондарҙан килтерәләр. Шулған ауылының балалар һәм үҫмерҙәр социаль-приютында йыл дауамында 20 –гә яҡын бала ваҡытлыса йәшәй. Приютҡа төрлө яҙмышлы балалар килә, ҡайһы берҙәре үҙ теләктәре менән бында урынлаша. Беҙҙең акция сиктәрендә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы һәм РТРС хеҙмәткәрҙәре дәүләт учрежденияһына бүләк тапшырҙы. РТРС хеҙмәткәре приставка менән антеннаны ҡуйҙы һәм ҡулланыу буйынса кәңәштәрен еткерҙе. Шулған ауылы халҡының ярҙамсыллығын тап ошо социаль приюттың миҫалында ла күрергә мөмкин. Ауыл халҡы мөмкин тиклем балаларға ярҙам итергә тырыша. Дуҫ һәм берҙәм халыҡ һәр йома һайын иһә иман йортона йыйыла. Мәсет манараһы ла үҙенә саҡырып йыраҡтан уҡ балҡып тора. Билдәле булыуынса, Шулған ауылында дини йолалар борондан һаҡланып килгән. Шулған ауылында яңы иман йорто 2005 йылда төҙөлгән. Мәсеттә иң ҡиммәтле ҡомартҡыларҙың береһе – 20-се быуат башында иҫке ғәрәп телендә баҫтырылған китап һаҡлана.Ниндәй генә йортҡа барып төбәлһәң дә өлөгөлө ғаилә йәшәй, тип әйтергә мөмкин. Ауылда бер нисә йыл элек эре малды бөтөрөп ҡараһалар ҙа, ғүмер буйы малсылыҡ менән көн күргән халыҡ хәҙер аҙбар-ҡураларын тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Был уларҙың быуындан-быуынға күсеп килгән төп кәсебе. Ә “Алтын бишек” акцияһының “алтын ҡуллы оҫта” номинацияһына Шулғандар Хажиевтар ғаиләһен тәҡдим итте. Ир – беләк, ҡатын – терәк, тигән халыҡ әйтемен ҡеүәтләп, бар эште лә бергә башҡаралар. Ысынлап та, Йәмил Кәви улы хәләл ефетенең бар теләген дә күтәреп ала. Йорт эсен дә бергә йыһазлайҙар. Дилара Хәлитйән ҡыҙы һөнәре буйынса фармацевт, ә булмышы буйынса дизайнер, тип әйтһәк бер ҙә яңлыш булмаҫ. Матурлыҡты яратҡан ханым үҙен уратып алған мөхитте оҫта ҡулдары менән күркәмләй. Олатайҙан ҡалған теген машинаһы ғаилә өсөн ҡиммәтле ҡомартҡы. Хәҙер иһә Дилара Хәлитйән ҡыҙы күлдәк-костюмдарҙы хәләл ефете бүләк иткән яңы машинала тегә. Татыу ғаилә – ил күрке, тиҙәр. “Иң өлгөлө ғаилә” номинацияһында ҡатнашыусы Карамовтар ғаиләһен дә егәрле, ярҙамсыл, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ ғаилә, тип ҡылыҡһырлайҙар. Ғаилә ең һыҙғанып тырышып йәшәй. Өлкән улдары Себер тарафтарында эшләй, кесе Айнур улдары мәктәптә ата-әсәһен һөйөндөрөп, тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Рита Карамова магазинда һатыусы, ғаилә башлығы иһә ауыл хужалығы ойошмаһының иң ҙур транспорты менән идара итә. Йәй көндәре айырыуса эш күп, тип билдәләй Өлфәт Карамов һәм йәһәт кенә касемсотына ултырып баҫыуға юлланды. Элек Шулған ауылында бик ҙур, бай Крупская исемендәге колхоз эшләгән, бар ауыл халҡы ошо хужалыҡта хеҙмәт иткән. Ойоштороусылар хужалыҡты тарҡатмай һаҡлап ҡала һәм хәҙер ҙә ул халыҡ телендә колхоз, тип йөрөтөлә. Ауылда ойошторолған һәр сарала ла хужалыҡ предприятиеһы оло ярҙам күрһәтә. Шулған ауылы йәнә көндән-көн матурлана, иҫкеләре төҙөкләндерелә, яңылары төҙөлә. Тәтешле районының иң ҙур, боронғо ауылында йәшәүсе Шулған халҡы эшкә лә оҫта, йыр-бейеүгә лә маһир. Тыуған ауылында ҙур йорттар һалып, баҡса ултыртып, мал ҡарап, теттереп йәшәй. Иң мөһиме — тыуып үҫкән ауылдарында йәш-елкенсәк тә төпләнә, тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө. Тыуған яғым – алтын бишегем, тиҙәр. Шүлгән ауылы халҡы өсөн дә үҙ ауылы иң ҡәҙерлеһе, иң яҡыны һәм иң мөһиме улар берҙәмлектә – көс, тип бер-береһенә ярҙам итеп һәм таняныс булып йәшәй. Хөрмәтле дуҫтар, әгәр һеҙ ҙә үҙегеҙҙең ауылығыҙҙы иң яҡшы ауыл тип иҫәпләйһегеҙ икән, рәхим итеп беҙҙең акцияла ҡатнашығыҙ. Ә еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.