Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр

Тулыраҡ: Башҡортостанда туҡланыу нөктәләрен тикшерәсәктәр

Быға Өфөлә шаурма ашап 15 кеше ағыуланыу осрағы сәбәпсе булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл Сипайловолағы бистроларҙың береһендә теркәлә, осраҡ буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Сипайлово биҫтәһендәге Шаурма нөктәһенән ризыҡ алып ашағандан һуң кинәт ауырып бер кистә генә 15 кеше Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына эләгә. Улар араһында балалар ҙа бар. Асыҡланыуынса, был ваҡиғанан ике көн алда бер нисә кеше шаурма алып ашағандан һуң эс ауыртыуын тоя, әммә күптәре дауаханаға мөрәжәғәт итмәй. Тикшереү барышында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте белгестәре киоскта санитар талаптар бөтөнләй үтәлмәүен асыҡлай.

Зыян күреүселәрҙең 5-һе 9 йәшкә тиклемге балалар. Ашығыс ярҙам күрһәтелгәндәрҙең 5-һе ауыр хәлдә була. Шаурма менән ағыуланыусыларҙың бөтәһендә лә эсәк ауырыуы асыҡланған. Тәфтиш комитеты кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле тауар һәм аҙыҡ түлек һаҡлау, уны һатыу статьяһы буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатҡан.