Ә колледждар өсөн Республика башлығы гранттарын булдырыу көтөлә. “Мәғариф сәғәтененең” сираттағы ултырышы Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм именлек колледжында үтте.
Урта белем алған үҫмерҙәр һаны күбәйә, ә һөнәри белем биреү йорттарында бюджет урындары етмәй. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы республика бюджеты иҫәбенә белем биреүҙең контроль һандарын тик медицина колледждарында ғына 400 урынға арттырырға тәҡдим итте. Айбулат Хажин социаль функция үтәгән урта һөнәри белем биреү учреждениелары инфраструктураһын яңыртыу маҡсатында Республика башлығы гранттарын булдырыу тәҡдимен индерҙе.