Умартасылар федерациялары конгрессы был көндәрҙә Монреаль ҡалаһында үтә.
Ишембай районынан конгрессҡа алып барылған йүкә балы тәме буйынса иң яҡшыһы тип танылды һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Форум эксперттары саған балының татын да юғары баһаланы. Башҡортостан экспозицияһы, шулай уҡ бал нигеҙендә эшләнгән төрлө косметика тауарҙары ла миҙалдар менән билдәләнде. Апимондия Халыҡ-ара умартасылар конгрессын 2021 йылда Өфө ҡабул итә.