Башҡортостан умартасылары яңы ысулдар үҙләштерә

Тулыраҡ: Башҡортостан умартасылары яңы ысулдар үҙләштерә

Бөрөлә мәҫәлән йүнселдәрҙең береһе Рут ысулын үҙләштерә. Илдең Алыҫ Көнсығышында киң таралған умарталар ҡорттоң баш һанын арттырыуға йүнәлтелгән.

Игорь Волочков умартасылыҡ менән 50 йылдан ашыу шөғөлләнә. 60-сы йылдарҙа Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышынан ғаиләһе менән Башҡортостанға күсеп килгәс, халыҡ кәсебен дауам итергә була. Әле уның хужалығында 20-нән ашыу умарта бар. Рут умарталары, Дадан-Блатт умарталарынан үҙенең ҙурлығы менән айырыла. Уларҙың төп үҙенсәлеге – рамдарҙың йәтеш булыуында. Тимәк эшләүе лә еңелерәк, ти утар хужаһы.Баллы утарҙың үҙ туристары ла бар. Көн дә тиерлек унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан ял итеүселәр килә. Һәр ҡунаҡ бал кәсебенең бөтә нескәлектәре менән таныша ала. Һуңғы йылдарҙа республикала һауа шарттарының насар булыуы, умартасыларҙы борсоуға һала. Төбәктең көньяҡ райондарында ҡоролоҡ, ә төньяҡта киреһенсә, ҡойма ямғырҙар булыу сәбәпле ҡорттарға бал йыйырға ҡамасауланы. Шулай ҙа, умартасылар ҙур хәүеф юҡ тип белдерә. Көҙгө уңыш – көнбағыш һәм ҡара бойҙай балы яҡшы булырына өмөт бағлай йүнселдәр.