Башҡортостанда балалар ҡатнашлығында авариялар һаны утыҙ процентҡа кәмегән

Тулыраҡ: Башҡортостанда балалар ҡатнашлығында авариялар һаны утыҙ процентҡа кәмегән

Был турала Өфөлә үткән “Хәүефһеҙ юлдар” проекты менән таныштырыу барышында белдерҙеләр.

Был ҡаҙанаштың төп нигеҙе-балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм йәмәғәтселек ҡатнашлығындағы төрлө акциялар һөҙөмтәһе. 7 ай эсендә акция барышында бөтәһе өс мең практик сара уҙғарылған. Ун биш меңдән ашыу бала юл ҡағиҙәләре буйынса һүрәттәр конкурстарында ҡатнашҡан. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларға юл ҡағиҙәләре буйынса линейкалар, конкурстар үткәрә. Яңы уҡыу йылы башында белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә арналған асыҡ дәрестәр ҙә ҡаралған. Балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙарға сара уйын формаһында уҙғарыла.