Башҡортостанда йыйылған спорт машиналары бөтә илгә билдәле

Тулыраҡ: Башҡортостанда йыйылған спорт машиналары бөтә илгә билдәле

Иглин районында йәшәүсе автомеханик багилар йыйыу менән мауыға. Сифатлы техникалары менән билдәлелек яулап өлгөргән Руслан Ғүмәровтың ҡул эштәрен Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һатып алалар.

Был видеояҙмалар хәҙер Ғүмәровтарҙың ғаилә архивында ҙур иҫтәлек булып һаҡлана. Бөтә ерҙән үтә алған һәм юғары тиҙлек йыя алған тәүге техникаларының береһе. Багилар йыйыу оҫтаһы үҙ шөғөлөнә ун йыл тоғро ҡала. Дүрт тәгәрмәсле техникаларҙы йыйыр өсөн ул машина запчастарен ҡуллана. Мәҫәлән, бында ниваның детале, тәгәрмәстәре, һигеҙенсе модель ВАЗ руле һәм әлбиттә фантазия менән оҫталыҡ, ти Руслан.

Элек башҡалар космонавт булам тиһә, минең хыялым-машина йыйыу ине, ти оҫта. Был шөғөл яратҡан эш кенә түгел, ә ғаиләгә ярайһы уҡ килем сығанағы ла. Багилар спорт ярыштарында ҡатнашыу өсөн ҡулайлаштырып эшләнә. Хәҙер оҫтаға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәшәгән спортсылар мөрәжәғәт итә. Бер нисә баги Мәскәү, Себер яҡтарына оҙатылған.

Бер багины йыйыу өсөн ике йыллап самаһы ваҡыт сарыф ителә. Һуңғы эшләгән техникаһы ла тиҙҙән үҙ хужаһына оҙатыласаҡ. Оҫтаның ғаиләһе лә һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Йәйге көндәрҙә лә тау-урмандарға сәйәхәткә тормош иптәшем эшләгән техникала барабыҙ, ти уның хәләл ефете.

Атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән тун бескән, тигән мәҡәл тап Ғүмәровтарға хас. Улдары ла ике йәшенән үк техника менән ҡыҙыҡһына.

Руслан тиҫтә йылға яҡын ваҡыт эсендә утыҙлап яҡын баги йыйған. Техниканы күбеһенсә, балыҡсы, һунарсы һәм спортсылар һатып ала. Оҫтаның сираттағы эше Павловкаға оҙатыласаҡ. Киләсәктә техникаларҙың ҡеүәтлерәктәрен йыйыу һәм коллекцияны арттырыу-оҫтаның төп маҡсаты.