Йәш археологтар табыштары менән таныштыра

Тулыраҡ: Йәш археологтар табыштары менән таныштыра

Көнъяҡ Урал йәштәр археология мәктәбе ҡаҙыу эштәре миҙгелен йомғаҡлай. Табылған артефакттарҙы өйрәнер өсөн ғалимдарға бихисап ваҡыт талап ителә. Әммә тәүге һығымталар менән улар бөгөндән бүлешергә әҙер.

Быйылғы йәй ямғырлы, йылы көндәргә һаран булды. Әммә һауа торошо мауығыусан йәштәргә ҡамасау түгел. « Көнъяҡ Урал йәштәр археология мәктәбе» тәүге ҡаҙыныу миҙгеленә ябып йомғаҡ яһаны. Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәре институтының Көньяҡ Урал археологик мираҫы бүлеге был проектты «Ватан тарихы» фондының ярты миллион һумлыҡ грантына ойошторҙо. Проектта ҡатнашыусы тарихсылар ирекмәндәр менән берлектә ике археологик ҡомартҡыны: Боҫтанай ҡаласығы курган-ҡәберлеген һәм Пождымало ауылы янындағы майҙанда ҡаҙыныу эше алып барҙы. Беренсеһе 4-6 быуатҡа барып тоташһа, икенсеһе Алтын Урҙа заманына ҡағыла. Табылған тимер киҫәктәре, көршәк ярсыҡтары, боронғо кеше һөйәктәре тарихсыларҙың күп һорауҙарына яуап алырға ярҙам итә. Бер миҙгелдә бер түгел ике археологик ҡаҙыныуҙар үткәреү Рәсәйҙә һирәк күренеш. Һөҙөмтәләр менән беҙ бик ҡәнәғәт, ти проект етәксеһе. Археолог һөнәре ауыр, әммә йәштәрҙе уның романтикаға бай булыуы ылыҡтыра. БДУ магистры Вәзир Ҡотлоәхмәтов ирекмән булараҡ тәүгә ҡатнашмай, әммә йылдан йыл сәмләнеп килә. «Көнъяҡ Урал археология мәктәбендә» йәштәрҙең күңеленә һалынған осҡон дөрләйәсәк әле. Ирекмәндәр киләсәктә лә мәҙәни ҡомартҡылырҙы өйрәнеү һәм һаҡлауҙа үҙ өлөштәрен индерәсәк.