Бөйөк актриса Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға бағышланған яңы китап донъя күрҙе. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның исем туйы үтте.
Китаптың авторы — драматург, журналист Владимир Жеребцов кисәлә була алманы, шулай ҙа залда Гөлли Мөбәрәкованың үҙен, ижадын яҡын күргәндәр йыйылды һәм актриса менән бәйле хәтирәләрен иҫкә алды, китап менән танышты. Ул рус телендә донъя күрҙе. Эстәлегендә авторҙың геройы менән әңгәмәһе ята. Владимир Жеребцов төрлө һорауҙары аша Гөлли Арыҫлан ҡыҙының күптәр белмәгән серҙәрен, уй-кисерештәрен аса. Был китапты уҡып сыҡҡандар, уның шул тиклем тормошсан, күңелгә ятышлы булыуы тураһында һөйләй.