Әлеге ваҡытта легендар коллектив Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә йыйына. Был турала ансамблдең етәкселәре матбуғат конференцияһында һөйләне. Репетициялар араһында тамашасылары өсөн ҡыҙыҡлы флешмоб та әҙерләп өлгөрә бейеүселәр.
18 сентябрҙә гастроль турының тәүге концерты, ул Мәскәүҙең Чайковский концерт залында үтәсәк. Был концертҡа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективы имтиханға барған кеүек әҙерләнә. Мәскәү тамашасыһының талапсанлығы ла, яңы эшләй башлаған бейеүселәрҙең барлығы ла, артистарҙың эшенә яуаплылығы һәм яңы бейеүҙәрҙең программаға инеүе – ныҡышмаллылыҡты талап итә.
Артабан ғәскәровсылар Тверь, Бөйөк һәм Түбәнге Новгород ҡаларында сығыш яһай. Ә Санкт-Петербургта уларҙы тулы концерт менән көтәләр, Октябрьский ҙур концерт залында быға тиклем Башҡортостан коллективтарынан бер кем дә сығыш яһамаған.
Үҙҙәре лә бейеп, тамашасыларын да бейетеп өлгөрә Ғәскәров ансамбле бейеүселәре. Улар социаль селтәрҙәрҙә “Мин бейейем” флешмобын иғлан итә.
Бейеүселәр ҡыҫҡа видеодәрестәрҙә хәрәкәттәр күрһәтәсәк, тамашасыларға уларҙы өйрәнергә, видеоға төшөрөп мин бейейем хештегы аҫтында интернетҡа һалырға кәрәк буласаҡ. Әүҙемдәрҙе бүләктәр көтә. Флешмоб аҙағында ҙур майҙанда “Гөлнәзирә” бейеүен бөтә халыҡ менән бергәләп башҡарырға ниәтләй ғәскәровсылар.