Беҙ һәр ихатаға инергә тейеш. Хөкүмәт йортонда үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планын әҙерләгәндә һәр кем өсөн аңлайышлы һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе мотлаҡ иҫәпкә алырға ҡушты. Башҡортостанда арыу ғына ихаталар бар. Республика етәксеһе Салауат, Өфө ҡалалары, Күгәрсен районындағы өлгөләргә ыңғай баһа бирҙе. Төҙөкләндереү дауам итә. 2024 йылға тиклем республика ҡала һәм район биләмәләрен матурла у менән артабан шөғөлләнәсәк. “Башҡортостан ихаталары программаһына ярашлы быйыл 1 ноябргә 404 биләмә төҙөкләндерелһә, киләһе йылға ошонан да кәм түгел һанға иҫәп тотола. Ғаризалар ҡабул ителә башлаған. Ихаталарҙы комплекслы төҙөкләнререүгә төбәк бюджетынан 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә. Сығымдарҙың бер процентын торлаҡ хужалары үҙ иңенә ала. Подряд ойошмалары иһә эштәр тулыһынса һәм тейешенсә үтәлгән осраҡта ғына хеҙмәт хаҡын ала. Бөгөнгә файҙаланыуға тапшырылғандарҙан 55 ихата кәмселектәр менән ҡабул ителгән, 336-һында эштәр дауам итә, Бөрө, Благовар, Ишембай, Ҡалтасы, Мәләүез райондары менән Нефтекама ҡалаһында төҙөкләндереү башланмаған биләмәләр бар. Хәл итеүҙе көткән төп мәсьәлә – спорт һәм балалар майҙансыҡтары өсөн махсус йыһаздар һәм материалдар тотҡарлана. Ошо сәбәптән әле республикала 106 ихатала эш туҡтаған. Күп фатирлы йорттарҙа подъезд ремонтлау ҙа бара. 1374 йорттағы 4 мең подъездың 40 процентында эштәр тамам, 43-дә дауам итә, 17-һендә башланмаған. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляев “Башҡортостан йылытыу миҙгеленә әҙер”, — тип белдерҙе. Был мәсьәлә лә оператив кәңәшмәнең көн тәртибендә. Әле муниципалитеттарҙа йылы тапшырыусы ойошмалар тикшерелә, ревизия асыҡлаған кәмселекттәр бөтөрөлә. Республикала дөйөм ҡулланыштағы юлдарҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәре лә алдан билдәләнгән план буйынса бара. Урындағы халыҡ өсөн йәнә бер мөһим – дауаханаларҙа табиптар дефициты — мәсьәләһе лә хәл ителә. Бының өсөн “Земский доктор”, “Земский фельдшер” проекттары бойомға ашырыла. Табиптарҙы йәлеп итеү маҡсатында Белорет, Тәтешле, Илеш, Баҡалы райондарында белгестәргә торлаҡ биреү, Кушнаренкола торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы бүлеү тәжрибәһе ҡулланылған. Республикала яңы Указ әҙерләнә, әле был документ өҫтөндә етди эш бара. Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш стратегияһы Президенттың май Указдарын бойомға ашырыу йүнәлешендә буласаҡ. Радий Хәбиров Указды Башҡортостан башлығы инаугурацияһында иғлан итәсәген белдерҙе. 19-20 сентябрҙә көтөлгән йәнә бер иҫтәлекле ваҡиға — Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре. Республиканың йөҙ йыллығын байрам итеү сиктәрендә ойошторолған сара барышында Мәскәү менән Башҡортостан араһында иҡтисади-сәнәғәт һәм социаль-гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк.
Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планы әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планы әҙерләнә