Өфөлә үткән милли уйындар һәм олимпиада программаһына инмәгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй фестивалендә республика командаһы иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, беренсе урынды яуланы. Башҡорт спортсылары иҫәбендә 32 алтын, 23 көмөш һәм 12 бронза миҙал. Икенсе урында Свердлов өлкәһе һәм өсөнсөлә Мәскәү ҡалаһы. Фестивалдә йәмғеһе 17 дисциплина буйынса 500-ҙән ашыу спортсы үҙ-ара көс һынашты. Ярыштар барышын хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева ла күҙәтте. Көйәрмәндәр тауышынан был ялан яңғырап тора. Ә спортсылар сәмләнеп, бөтә көстәрен туплап, еңеүгә ынтыла. Удмурт республикаһы менән Ырымбур өлкәһенең ҡыҙҙар командалары лапта уйнайҙар. Был уйында иң ҡатмарлыһы ошо биталар менән идара итеү. Уларҙың ауырлығы килограмм ярымға тиклем етә. Ҡыҙҙарҙыҡы, әлбиттә, еңелерәк. Шулай ҙа, ошо тупты мөмкин тиклем йыраҡҡа ырғытыр өсөн күп көс талап ителә. Еңел атлетикалағы кеүек шәп йүгерергә һәм шахматтағы кеүек хәрәкәттәрҙе алдан һиҙеү кәрәк, ти лапта уйыны менән ун йылдан ашыу шөғөлләнгән ҡыҙҙар. Өфөлә милли уйындар һәм олимпиада программаһына инмәгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй фестиваленә еңеү яуларға килгән улар. Фестиваль 2014 йылдан алып милли мәҙәниәтте һәм милли спорт төрҙәрен тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатынан ойошторола. Өфө фестивалде тәүге тапҡыр ҡабул итте. Ярыштар бер юлы дүрт майҙанда барҙы. Спортсыны һауаға ырғытып, кире тотоп алыу өсөн көслө ҡулдар кәрәкһә, һикереүсе ҡыҙға иһә — батыр йөрәк. Сөнки төркөмдәштәренең ҡулдарына ғына баҫып торғанда, ҡурҡыу тойғоһон еңеүҙән тыш, йылмайып, хәрәкәттәр ҙә эшләргә кәрәк. Гимнастика һәм акробатика элементтарын үҙ эсенә алған был спорт төрө – чир-спорт тип атала. Ул черлидингка оҡшаған, әммә бында күберәк хореографияға баҫым яһала. Башҡортостанда был йүнәлеш яңы ғына үҫешә башлаған. Шулай ҙа, һәр ҡалала тиерлек командалар бар. Мәҫәлән, Учалы ҡыҙҙарының “Гамбл-драйв” тигән төркөмө ике йыл элек кенә ойошторолһа ла, күп ҡаҙаныштарға ирешеп өлгәшкән. Силәбе, Тверь, Пермь, Мәскәү һәм тағы ла 23 төбәктән спортсылар үҙ-ара көс һынашырға Өфөлә йыйылды. Баһалама ағзалары ла төрлө ҡалаларҙан килгән. Ил президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән ойошторола башлаған был спорт байрамы быйыл бишенсе тапҡыр ғына үткәрелһә лә, ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Өҫтәүенә, милли спорт уйындары физик яктан сыныҡтырыуҙан тыш, кешелә патриотик хис тәрбиәләй һәм рухи үҫешкә лә ыңғай йоғонто яһай.
Башҡортостан спортсылары – иң яҡшылары
Тулыраҡ: Башҡортостан спортсылары – иң яҡшылары