Радий Хәбиров йәмәғәт транпортындағы ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдарын тикшерергә ҡушты

Тулыраҡ: Радий Хәбиров йәмәғәт транпортындағы ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдарын тикшерергә ҡушты

“Транспорт сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә республика етәксеһе тейешле органдарға рейдтар ойоштору кәрәклеге тураһында әйтте. Бөгөн төбәктә 125 мең “алға” һәм “транспорт” ҡушымтаһы булған 250 мең “уҡыусы” карталары таратылған. Пассажирҙар улар менән йәмәғәт транспортында 12 миллион тапҡыр иҫәпләшкән. Уларҙың күп өлөшө “Башавтотранс” предприятиеһына тура килә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер шәхси компаниялар әле лә яңы түләү системаһына күсмәгән.