Башҡорт Дәүләт ҡурсаҡ театрында мәғариф министрлығы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә, беренсе класс балаларына бағышланған сара үтте. Бында республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙҙән ашыу уҡыусы йыйылды. Уҙғарылған сара юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм тамғалары менән балаларҙы таныштырыу, уҡыусыларҙың юл йөрөү ҡағиҙәләренә ҡағылған белемдәрен киңәйтеүгә ярҙам итә, ти уҡытыусылар.