Өфө һәм Мәскәү кардиохирургтары аневрезимды юҡ итеү ысулын тапты

Тулыраҡ: Өфө һәм Мәскәү кардиохирургтары аневрезимды юҡ итеү ысулын тапты

Өфө һәм Мәскәү кардиохирургтары үҙенсәлекле операция эшләне. Улар бергәләп йөрәк кәмселегенең бер төрө – аневрезимды юҡ итте. Янбаш ҡан тамыры аша хирургтар яйлап ҡына йөрәккә табан окклюдерлы катетер үткәрә. Табиптар аңлатыуынса, уның ярҙамында йөрәк менән аорта араһындағы өҙөлгән урында махсус бөкө менән ҡаплайҙар. Мәскәү табибы Александр Осиев тап ошондай паталогиялар буйынса операциялар эшләй. Кардиохирург Өфөләге коллегалары менән дә тәжрибә уртаҡлашты. Операция барышында хирургтар харт-новигаторға таянып эш итә. Рентген-һүрәт өҫтөнә компьютер тамографияһың 3Д проекцияһы һалына. Яңы ысул аневризмды мөмкин тиклем тиҙ асыҡларға ярҙам итә ти табиптар. Бындай операция артерия аша үткәрелгән катетер ярҙамында яһала, уның бер-нисә сәғәт дауам итеүе мөмкин, әгәр ҙә пациент үҙен яҡшы тоя икән, уны ике-өс көндән йортона ҡайтарлар.