Балтас районында "Таҙа Танып" тип аталған экология акцияһы үтте. Уның сиктәрендә минуципалитеттың барлыҡ йылғалары һәм һәм һыу ятҡылыҡтары тирәләй шәмбе өмәләре ойошторолдо. Был биләмәләрҙе район халҡы үҙ көсө менән тәртипкә килтерҙе. Акцияла Башҡортостандың башҡа төньяҡ-көнсығыш райондары ла ҡатнаша. Әйткәндәй, Танып йылғаһының оҙонлоғо 350 километрға тиклем барып етә. Әле эстафетаны Асҡын районы ҡабул иткән.
"Таҙа Танып" экология акцияһы
Тулыраҡ: "Таҙа Танып" экология акцияһы