Башҡортостан “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй экология акцияһына ҡушылды. Урмансыларҙың һөнәри байрамы алдынан Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәр күл янында урындағы халыҡ, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм студенттар 12 мең төп ағас ултыртты. Бишенсе класта белем алыусы Иван һәм Эмилия беренсегә ағас ултыртмай. Ҡырмыҫҡалы районында барған “Йәшә, урман!” акцияһында улар дәррәү ҡатнашты. Ағас ултыртырға оло кешеләрҙән генә түгел, ә мәктәптә лә өйрәнәбеҙ, ти уҡыусылар. Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы- Зәңгәр күл янында ағас ултыртырға ололар ҙа, уҡыусылар ҙа сыҡты. Күл республика халҡына үҙенең файҙалы, микроэлементтарға бай булыуы менән билдәле. Юл саңынан һәм ҡояш нурҙарынан һаҡлап бер нисә йылдан күлде ылыҫлы һәм япраҡлы урман уратып аласаҡ. “Йәшә, урман!” акцияһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Изге эшкә ҡушылыусыларға ойоштороусылар кәрәкле ҡоралдар бирә. Зәңгәр күл янында уҙғарылған акцияла 250 кеше ҡатнашып, бөтәһе 12 мең төп ағас ултыртылды. Акция барышында шулай уҡ урманды сүп-сарҙан таҙартыу, йәш ағастарҙы тәрбиәләү, аңлатыу саралары, күргәҙмәләр ойошторола. Ултыртылған ағас төптәрен урман хужалығы инспекторҙары бер айҙан һуң тикшерәсәк. Был урынды йәнә ағастар менән тулыландырыу мәсьәләһе киләһе яҙҙа ҡараласаҡ.
“Йәшә, урман!”
Тулыраҡ: “Йәшә, урман!”