Мостай Кәримдең «Айгөл иле» романтик драмаһы йәнә башҡала сәхнәһенә. Башҡорт драматургияһының иң сағыу пьесаларының береһен Өфөнөң Нур театры күрһәтәсәк. 8-ҙәр метрлы йөҙйәшәр имәндәр, ике актерҙар составына 50-гә яҡын яңы тегелгән костюм... Ижад миҙгеле әле асылмаған әммә коллектив ҡыҙыу эш өҫтөндә. Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап Өфө «Нур» дәүләт татар театры «Айгөл иле» романтик драмаһын сәхнәләштерә. Актерҙар шау-гөр килеп яңы кейемдәрен тикшерһә, сәхнә ғорур тынлыҡта үҙенең яңы биҙәлешен көтә. Тиҙҙән унда 8-ҙешәр метрлыҡ йөҙйәшәр ағастар тереләсәк. Төрлө металдан, ағастан, пенопластан эшләнгән конструкциялар хәүефһеҙлек техникаһына ла тура килтерелергә тейеш. «Айгөл иле»- башҡорт драматургияһының иң сағыу өлгөләренең береһе. Пьеса тәүгеләрҙән булып Башҡорт драма театрында сәхнәләштерелгән. Әҫәр Мәскәү, Ҡаҙан, Яҡут театры сәхнәләрендә лә донъя күргән. Нур татар театрында Мостай Кәримдең әҫәрҙәре тәүге тапҡыр ҡуйылмай, әммә «Айгөл иле» режиссер өсөн дә актерҙар өсөн дә етди һынау. Илһөйәрлек, мөхәббәт кеүек мәңгелек төшөнсәләргә, кешелек ҡиммәттәренә ҡараш ни тиклем үҙгәрә. Беҙҙең замандағы Айгөл алдында тыуған илең йә үҙ әсәйең, тигән һайлау торһа ул нимә эшләр ине.Геройымдың эске кисерерштәре миңә яҡын, ти төп ролде сығарыусы ҡыҙ. Премьера 27-28 сентябрҙә тамашасы хөкөмөнә сыға. Спектаклдә күтәрелгән мәсьәләләр бөгөн дә көнүҙәкме, уны һәр тамашасы үҙе ҡарап хәл итер.
«Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә
Тулыраҡ: «Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә