Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Тулыраҡ: Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Унда һынлы сәнғәттең ҡатмарлы, Башҡортостан халҡы өсөн таныш булмаған төрө – ҡайнар эмаль техникаһында башҡарылған паннолар, картиналар һәм биҙәүес әйберҙәре урын алған. Рәсәйҙең 13 ҡалаһынан 36 эмальерҙың эштәре араһында республиканан тик 4 кенә оҫтаның исемен күрергә була. Улар Виталий Николаев, Салауат, Гөлназ һәм Азамат Ғиләзетдиновтар. Санкт-Петербург, Суздаль, Кострома, Ярославль ҡалалары менән сағыштырғанда беҙҙең төбәктә ҡайнар эмаль техникаһы һуңғы биш йылда ғына ҡулланыла. Күргәҙмәне ойоштороусылар төбәктә был һынлы сәнғәт төрөн үҫтереү яҡлы. Милли проект сиктәрендә алынған грант уларға һәр өс йыл һайын Өфөлә эмальер- рәссамдарҙың күргәҙмә-фестиален ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.