Уҡтан атыу буйынса 3Д турнир

Тулыраҡ: Уҡтан атыу буйынса 3Д турнир

Башҡорттарҙың борондан килгән шөғөлө — уҡ менән һунарсылыҡ итеү тергеҙелә. Әммә йәнлектәр урынына уларҙың өс үлсәмле күсермә моделдәре ҡулланыла. Благовещенда уҡтан атыу буйынса 3Д турнир үтте. Бер атыуҙан сәпкә тейҙергән мәргән ҡыҙ кескәй сағынан уҡ ҡулына уҡ-һаҙаҡ тоторға яратҡан. Олатаһы эшләп биргән уйынсыҡ ҡорал менән мауығып китеп, был шөғөлгә ғашиҡ булыуын һиҙмәй ҙә ҡалған ул. Ынйы был һәләтен Өфөләге уҡтан атыу түңәрәгендә шөғөлләнә. Оҫталығын һынап ҡарау йәһәтенән, Ынйы һәм тағы ла илленән ашыу уғатарҙар турнирға йыйылды. Был бәйге башҡаларынан айырмалы рәүештә 3Д форматта үтә. Тәнде яҙҙырып, мускулдарҙы ҡыҙҙырып алғандан һуң, ҡатнашыусылар бәйгенең ҡағиҙәләре менән танышты. Турнир эстафета формаһында эшләнгән. Түңәрәк буйлап йөрөп, төрлө һынауҙар үтергә кәрәк. Сәп урынына - төрлө йәнлектәрҙең өс үлсәмле күсермәһе ҡулланыла. Шуға ла бәйге 3Д турнир, тип атала. Сәптең йыраҡлығы уның ҙурлығына ҡарап билдәләнгән. Мәҫәлән, ҡаҙ бәләкәй кәүҙәле булғанға, уҡ атыусы уға яҡын ғына баҫа, ә иң ҙуры – айыу 35 метр алыҫлыҡта. Хайуандарҙың тәнендә түңәрәктәр төшөрөлгән. Ул кил зона тип атала. Иң бәләкәй түңәрәк хайуандың йөрәк өлөшөнә тура килә, уҡ унда эләкһә ҡатнашыусыға иң юғары балл ҡуйыла. Һәр кем бер сәпкә ике тапҡыр ата. Аҙаҡ һөҙөмтәләр ҡушыла. Был уғатарҙар төркөмөндә Эльмира Сибәғәтуллинаның уғы ғына сәпкә тейҙе. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, ярты йыл элек кенә уҡ атырға өйрәнгән ҡыҙ өсөн был бик яҡшы күрһәткес. Турнирҙа ҡатнашыусы Ансарға ун ике йәш кенә булһа ла, уҡтан атыуҙы уйын һымаҡ түгел, әетди шөғөл итеп ҡабул итмәй. Әйткәндәй, турнир Благовещен ерендә һәм Благовещен ҡалаһының хакимәт башлығы кубогына үткәрелде. Сара районда тәүге тапҡыр ойошторолһа ла, уны йолаға әйләндереп, йыл һайын уҙғарырға планлаштыралар. Уҡ-һаҙаҡ борон һунарға йөрөү, яу ҡоралы булһа, хәҙер уҡтан атыу спорттың бер төрө тип ҡабул ителә. Шулай ҙа, йәш быуында үҙ милләтеңдең тарихына, милли йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән етди әмәл.