Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереүҙе маҡсат иткән республика программаһы шулай атала. Сара быйыл башланды, бөгөнгә иһә 55 обьектта төҙөкләндереү эштәре тамамланды, йәнә 338-ендә аҙағына яҡынлаша. Быйыл республикала 400 самаһы йорт-ҡура, уларҙың ихаталарының ҡилбәт-күренеше ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Бының өсөн 700 миллиард һум аҡса бүленгән. Төҙөкләндереү саралары 1сентябргә тамамланырға тейеш ине. Әммә балалар майҙансыҡтарына тейешле ҡорамалдарҙың килеп етмәүе сәбәпле, уларҙы сафҡа ебәреү йәнә ике айға кисектерелде. Эштәр дауам итә.
“Башҡорт ихаталары”
Тулыраҡ: “Башҡорт ихаталары”