Республикала алкоголизм мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия асылды. Тәүге көндә генә лә ете тиҫтәнән ашыу телефон шылтырауы яңғыраны.
Проектты тормошҡа ашырыу “Айыҡ ауыл” төбәк конкурсы сиктәрендә атҡарыла.
Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, шылтыратыусыларҙы тәү сиратта яҡындарының эсеүе борсой. Сиргә тарыусыларҙың күпселеге дауаланырға теләмәй. Был иһә мәсьәләне тағы ла ҡатмарлыраҡ шарттарға ҡуя.
Ҡыҙыу линияла ҡатнашҡан белгестәр – наркологтар, психологтар, йәмғиәт эшмәкәрҙәре шылтыратыусы граждандарға кәңәштәрен бирҙе. Социаль сирҙе бергәләп еңергә, уның менән даими көрәш алып барырға саҡырҙы.
Эсмә шарап, булма харап
Тулыраҡ: Эсмә шарап, булма харап